Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2020, 14:00

Алты йылдан һуң булһа ла ғәҙеллек, ниһайәт, тантана итә

Көмөш миҙал спортсыға кире әйләнеп ҡайта.

Сочиҙа, 2014 йылда үткәрелгән олимпиадала Башҡортостанда тыуған биатлон буйынса спортсы Ольга Вилухинаны допинг ҡулланыуҙа ғәйепләп көмөш миҙалын тартып алалар. Ул ғына ла түгел, һәр спортсының хыялы булған был ярышта киләсәктә лә ҡатнашыуҙан мәхрүм итәләр. Әммә алты йылдан һуң булһа ла, ғәҙеллек, ниһайәт, тантана итә.
Лозандағы спорт арбитраж суды уның эшен ҡайтанан ҡарағандан һуң, ғәҙел яуланған миҙал кире ҡайтарылып бирелергә тейеш, тигән ҡарар сығара.
Читайте нас: