Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2020, 13:20

Студенттар ғәйеплеме?

Махсус ярҙам саҡыртмай, етәкселәр сүпте ситкә сығармаҫҡа уйлағандарҙыр.

Кисә Мәскәү финанс һәм хоҡуҡ университетының "Калужский" тип аталған бинаһында студенттар тейәлгән лифт төшөп китә.
“Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ. Шулай ҙа, деканттың махсус ярҙам саҡырмауы – студенттарының ғүмеренә һәм һаулығына битараф ҡарауҙарын белдерә”, - тип яҙа “Төп яңылыҡтар”. Күрәһең, етәкселәр сүпте ситкә сығармаҫҡа уйлағандарҙыр.
Һуңынан иһә лифттың ҡапыл ватылыуында студенттарҙың үҙҙәрен ғәйепләп ҡуялар. Имеш, улар унда саманан тыш күп булғандар. Аҙаҡ, үҙ аллы сығырға маташып, кабинаны аҡтарып маташҡандары өсөн дә баштарынан һыйпамағандар. Бер һүҙ менән әйткәндә, уларға бер көндө ике тапҡыр эләккән.
Читайте нас: