Шоңҡар
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 14:10

Бәхил бул, Рәсих ағай!

Әҙипте тыуған яғында ерләйҙәр.

Танылған шағир, яҙыусы һәм журналист Рәсих Ханнанов 89-сы йәшендә донъя ҡуйҙы.
Рәсих Нурғәли улы Ханнанов 1931 йылдың 28 октябрендә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған. 1956-1958 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡый.

1957-1962 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районы гәзите редакцияһында эшләй. 1962 йылда «Ҡыҙыл таң» республика гәзите редакцияһына әҙәби хеҙмәткәр итеп күсерелә.

1964-1969 йылдарҙа КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Мәскәү юғары партия мәктәбендә журналистика факультетында уҡый. «Ҡыҙыл таң» республика гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй. Әҙәбиәткә 50-се йылдарҙа килә. Проза, поэзия, публицистика жанрҙарында эшләй.

Әҙип менән хушлашыу иртәгә, 29 сентябрҙә, ул йәшәгән йорт ихатаһында була. Адресы: Революция урамы, 66.

Мәрхүмдең туғандарының,яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: