Көҙ етеү менән тәбиғәттең ғәжәп бер мәле – “әбейҙәр сыуағын” көтә башлайбыҙ. Быйыл ул 24 сентябрҙән башланды. Синоптиктар ошондай һауа торошо октябрҙең икенсе декадаһына тиклем дауам итергә тейеш тип белдерә, 28 сентябрҙән 9 октябргә тиклем республиканың үҙәк райондарында һауа көндөҙ +16 градусҡаса йылына, төндә термометр бағанаһы +4-тән түбән төшмәй. Алдағы ике аҙна ҡояшлы була, 6 октябрҙә Өфөлә бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Елдең талғын, секундына 4-8 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә.
10 октябрҙән Башҡортостанда һауа торошо боҙола. Өфө күген болоттар ҡаплай, быҫҡаҡ ямғыр яуа башлай. Октябрҙең икенсе яртыһында көндөҙ ныҡ һалҡынайта, төндә термометр бағанаһы нулдән түбәнәйеүе мөмкин.