29 cентябрҙә республика мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре марафоны үтәсәк. Был көндө уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән бәйләнешкә мәғариф министры Айблуат Хажин сығасаҡ. "Үҫеш нөктәһе" педагогтары онлайн-дәрестәр, оҫатлыҡ дәрестәре үткәрәсәк. Уҡыусылар был үҙәктә шөғөлләнеп ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәре хаҡында бәйән итәсәк.