Шоңҡар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 22:50

Ирле-ҡатынлы Хәйруллиндарға хөкөм ҡарары сығарылды

Юғалыр алдынан Луиза 1,5 миллион һум урлаған, ул ысын купюралар урынына ялғанын һалған.

Салауат ҡалаһы суды 2019 йылдың майында 25 миллион һум урлаған ирле-ҡатынлы Хәйруллиндарға хөкөм ҡарары сығарҙы. Элекке кассир Луиза – биш, ә ире Марат алты йылға дөйөм режимлы колонияға хөкөм ителде. Уға суд залында уҡ ҡулына бығау кейҙерҙеләр. Бынан тыш, ғаилә урланған 25 миллион һумды банкка кире ҡайтарырға тейеш.

Суд залынан «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе хәбәр итеүенсә, экс-кассир иренең һорауы буйынса аҡсаны бүлеп алып сыҡҡан (биш меңдән 100 мең һумға тиклем). Ире бөтәһен дә казинола отторған. Юғалыр алдынан Луиза 1,5 миллион һум урлаған, ул ысын купюралар урынына ялғанын һалған. Хәйруллиндарҙың балалары ата-әсәһе ҡылған енәйәт тураһында телевизорҙан белгән, тиелә эш материалдарында.

Марат һүҙҙәренсә, ул ҡатыны менән юғары инстанцияға ялыу бирергә йыйына. Шулай уҡ ул журналистарға судтан ҡулына бығау кейҙереп алып китерҙәр тип көтмәгәнен әйтте. Луиза, үҙ сиратында, Салауат ҡалаһы судының хөкөм ҡарарын ишеткәс, илап ебәрҙе.

“Башинформ”

Читайте нас в