Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2020, 14:20

Көндөҙ тауышланырға ярамай

Бының өсөн штраф ҡаралған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «тынлыҡ сәғәте» тураһында законға ҡул ҡуйҙы.

Уға ярашлы көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 3-кә тиклем күп фатирлы йорттарҙа һәм ятаҡтарҙа шаулы-шыулы ремонт эштәрен башҡарыу тыйыла, законды боҙоусыларға штраф һалына. Граждандарҙы – бер меңдән ике мең һумға, вазифалы кешеләрҙе – өс меңдән биш мең һумға, юридик берәмектәрҙе ун меңдән ун биш мең һумғаса штраф көтә.

Яңы төҙөлгән йорттарҙа улар файҙаланыуға тапшырылған ваҡыттан алып йыл ярым дауамында «тынлыҡ сәғәте» булмай. Был аварияны бөтөрөү йәки халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү менән бәйле ашығыс эштәр кеүек махсус осраҡтарға ла ҡағылмай.

Яңы ҡағиҙәләр 2020 йылдың 3 октябренән ғәмәлгә индерелә.

Читайте нас: