Был ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл Сахалинда була. Оха ҡалаһында бер уҡытыусы икенсе класс уҡыусылары янына балта менән керә. Тегеләренең был эш ҡоралын яҡындан күреп иҫтәре китә. “Балтанан бутҡа” әкиәтен өйрәнгәндә был предмет, ысынлап та, күргәҙмә материал булараҡ дәрес ойошторғанда ҙур роль уйнай. Тик Мәғариф министрлығында уҡытыусының был ҡылығын хупламайҙар. Уға шелтә эләгә.