Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2020, 08:35

“Еңеү урманы” шаулар әле

Күпме ағас, ҡыуаҡ ултыртылды?

Республиканың бөтә ҡала һәм ауылдарында “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһе, “Еңеү урманы”, “Геройҙар аллеяһы”, “Эшләйбеҙ2020”, “Йәшел Башҡортостан” акциялары, “Йәшел Рәсәй – Йәшел Башҡортостан” марафоны үтте.
Сараларҙа битараф булмаған кешеләр, мәктәп уҡыусылары, студенттар, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, республиканың власть органдары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты. Экологик өмә барышында дөйөм көс менән 700 майҙансыҡта дүрт мең куб метр самаһы сүп-сар йыйылып, сығарып ташланған. #Сделаем2020 Бөтә донъя таҙалыҡ көнө 95 меңдән ашыу кешене берләштерҙе.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 19 сентябрҙә башланған бөтә акцияларҙа тик “Йәшел Башҡортостан” сиктәрендә генә 697 биләмәлә 155 мең ағас, 144 мең ҡыуаҡлыҡ ултыртылған. Көҙгө акцияла 86 мең кеше ҡатнашҡан. “Геройҙар аллеяһы” һәм “Еңеү урманы”ның һөҙөмтәһе – 610 мең ҙур ағас. Был акцияларҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкилдәре әүҙем ярҙам иткән. Улар Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауылында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хөрмәтенә 1 886 исемле ағас ултыртҡан, шул иҫәптән 300 балан, сирень һәм ҡайын.
Ҙур саралар баш ҡалала ла үтте. Унда ҡатнашыусылар “Йәшел Башҡортостан – Йәшел Рәсәй” марафонына берләште. Һөҙөмтәлә 120 майҙанда 24 мең кеше ҡатнашлығында 2700 ағас, 450 ҡыуаҡлыҡ ултыртылды. Бынан тыш, марафондың төп майҙансығы булған “Беренсе май” паркында иң әүҙем йәш экологтар Йәшел пионерҙар сафына ҡабул ителде.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһендә 300 мең самаһы кеше ҡатнашты һәм 530 ҡыуаҡлыҡ, 769 мең төп ағас ултыртылған.
Быларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
#ВладимирПутин
#Национальныепроекты
Читайте нас: