Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 08:30

Ихаталар матурлана

Иҫәнғолда ике урамдың ихатаһы төҙөкләндерелә.#Национальныепроекты#Миллипроекттар

“Башҡортостан ихаталары” милли проекты сиктәрендә республиканың төрлө район-ҡалаларында урамдар төҙөкләндерелә. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылы халҡына ла был бәхет йылмайған.
Совет урамы 8 һәм К. Маркс урамы 3 йорттары алдында ремонтланған ихаталар асыла. Бында яҡындағы юлға һәм тротуарҙарға асфальт һалына, балалар майҙансыҡтарында бәләкәстәр рәхәтләнеп уйнаһындар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыла.
Читайте нас: