Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 18:00

Егеттәрҙе һалдатҡа оҙатабыҙ

Йыйылыу пунктына килгәндәр коронавирусҡа экспресс-тест тапшыра.

Көҙ көнө республиканан 4 меңдән ашыу егет хеҙмәткә алына.

2020 йылдың 1 октябренән республиканың Хәрби комиссариаты граждандарҙы хәрби хеҙмәткә оҙата башланы.

Егеттәр фәнни роталарға, шул иҫәптән «Эра» технополисына ебәрелә.

Хәрби хеҙмәткә саҡырыуға бәйле барлыҡ саралар Ҡораллы Көстәргә коронавирус инфекцияһының үтеп инеүенә юл ҡуймаған санитар-эпидемиологик талаптарға ярашлы ойошторола, тип хәбәр иттеләр Хәрби комиссариаттан.

«Республиканың хәрби комиссариаттарында, юлда һәм хәрби частарҙа инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн иҫкәртеү һәм тикшереү саралары үткәрелә. Пункттарға килгән егеттәрҙең температураһын үлсәйҙәр», — тине республиканың хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, полковник Рәмил Хәйретдинов.

Йыйылыу пунктына килгәндәр коронавирусҡа экспресс-тест тапшыра. Биналарҙа көн һайын дезинфекция үткәрелә. Егеттәргә шәхси гигиена предметтары һәм битлектәр һалынған махсус контейнерҙар таратыла. Респиратор сир билдәләре булған һалдаттар шунда уҡ башҡаларҙан айырым урынлаштырыла, коронавирус инфекцияһына тест тапшыра һәм уларға кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтелә.

Саҡырылыш 31 декабренә тиклем дауам итә.

Көҙгө саҡырылышҡа бәйле һорауҙар менән түбәндәге телефондар буйынса шылтыратырға:

Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе – 8(347)228-02-92, көн һайын, эш көндәрендә – иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә, ял көнө иһә иртәнге 10-дан 5-кә тиклем.
Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу бүлеге – 8(347) 253-13-48, 228-43-59, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға хәтлем.
Читайте нас в