Новости
1 Октября 2020, 13:15

Октябрҙә һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Ҡойма ямғырҙар көтөләме?

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, республикала октябрь айы ғәҙәттәгегәнән бер-ике градусҡа йылыраҡ булыуы көтөлә. Рәсәйҙең күпселек өлөшөндәге кеүек үк, октябрҙә яуым-төшөмдөң норманан аҙыраҡ буласаҡ. Шулай итеп, республикала ҡойма ямғырҙар көтөлмәй. Ә әбейҙәр сыуағы 4 октябрҙә тамамланыуы күҙаллана.
Читайте нас