Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 13:10

Әсәндәр ниңә шатлана?

Бабич баҡсаһы ла барлыҡҡа килде.

Дүртөйлө районының Әсән ауылында капиталь ремонттан һуң күп функциялы Мәҙәниәт йорто ишектәрен асты. Ул “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы яңыртылған.
Иркен, яҡты тамаша залы, төрлө түңәрәктәр өсөн бүлмәләр, дискуссия клубтары, тренажер бинаһы, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары – бөтәһе лә әсәндәрҙең рухи тормошон, йәшәйеш, ял шарттарын яҡшыртыу өсөн.
Ошо уҡ көндә Әсән моделле китапханаһының тантаналы асылыуы – икенсе иҫтәлекле ваҡиға. Бындай кимәлдәге учреждение республикала ни бары өсөнсөһө генә, уның ниндәй заманса, мауыҡтырғыс, үҙенсәлекле дизайнлы, мәғлүмәт технологиялары менән байытылған булыуын һүҙ менән генә аңлатыуы ауыр, үҙ күҙҙәрең менән күреү яҡшыраҡ.
Тап ошо көндә Әсәндә бөйөк шағир, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығына арналған тарихи сара үтеүе байрамды тағы күркәмерәк итте. Яҡташтарының яҡты иҫтәлегенә уның үткән һуҡмағы буйлап Бабич баҡсаһы асылды. Әсәндәр татлы емеш бирер, илһам килтерер, шиғриәт мәккәһе булыр тип өмөтләнгән баҡсаға төрлө емеш ағастары ултыртылды. Шағирҙың исемен мәңгеләштереү буйынса оло эштәр башҡарған, шәхестәрен хөрмәтләй белгән дүртөйлөләргә рәхмәттән башҡа ни әйтәһең! Байрамға Бабич эҙҙәре һаҡланған Мишкә, Йылайыр райондарынан да вәкилдәр килеп, оло шатлыҡты уртаҡлашты.

Читайте нас: