Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 10:40

Эҙемтәһе ҡот осҡос булырға мөмкин

Мин хәлде ҡайнар һыуға эләккән тәлмәрйен менән сағыш­тырыр инем: ул был һауыттан күҙ асып йомғансы һикереп сығасаҡ, ә бына уны һалҡын һыуға һалып утта ҡыҙҙырырға ҡуйһаң, тәлмәрйен һыуҙың аҡрынлап эҫей башлағанын һиҙмәйәсәк һәм тереләй бешеп үләсәк.

Өфөләге Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда “Башҡортостандың демографик киләсәге: замандың яңы талаптары” тигән парламент тыңлауы үткәрелде. Сараны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов алып барҙы. Был тема буйынса фекер алышыуҙа депутаттар, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, юғары уҡыу йорттары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.
– Демография мәсьәләһе Рәсәй өсөн генә түгел, ә бөтә донъя өсөн көнүҙәк. Әлегә уны хәл итеү буйынса универсаль сара табылманы. Ләкин беҙ уның менән шөғөлләнергә бурыслы, был өлкәлә ике йүнәлеш тәҡдим ителә – тәбиғи артымды күбәйтеү һәм уртаса ғүмерҙе оҙайтыу. Беҙ бөгөн ошо йүнәлештәге өҫтәмә саралар тураһындағы тәҡ­димдәрҙе тыңлау өсөн йыйылдыҡ, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев онлайн тәртибендә яһаған инеш сығышында.
– Көн тәртибендәге бөтә мәсьәләләр араһында иң мөһиме – демография, – тине Ленара Иванова. – Мин хәлде ҡайнар һыуға эләккән тәлмәрйен менән сағыш­тырыр инем: ул был һауыттан күҙ асып йомғансы һикереп сығасаҡ, ә бына уны һалҡын һыуға һалып утта ҡыҙҙырырға ҡуйһаң, тәлмәрйен һыуҙың аҡрынлап эҫей башлағанын һиҙмәйәсәк һәм тереләй бешеп үләсәк. Демография менән дә шулай: уның күрһәткестәре ул беҙгә һиҙҙермәйенсә генә насарая бара һәм эҙемтәһе ҡот осҡос булырға мөмкин.
Парламент тыңлауында ҡатна­шыу­сылар республикала тыуымды арттырыу сараларын, йәш ғаиләләргә ярҙам итеү кимәлен “”Демография” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырырға мөмкин булыуын билдәләне.
Читайте нас: