Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 22:45

Өфөлә ике ҡатлы автобус йөрөй башлай!

Үҙенсәлекле автобуста экскурсияға билеттарҙы урында һатып алырға мөмкин.

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты баш ҡалабыҙ халҡын һәм ҡунаҡтарҙы үҙенсәлекле ике ҡатлы автобуста Өфө ҡалаһы буйлап экскурсияға саҡыра. Автобус маршруты даими рәүештә 2 октябрҙә эшләй башланы. Беренсе рейс 14 сәғәт 30 минутта ҡуҙғалды.
Экскурсия аҙна һайын үтәсәк. Автобус һәр йома һәм шәмбе “Арт-Квадрат”-тан старт ала һәм шунда уҡ сәйәхәтен тамамлай.
Маршрут үҙ эсенә Ленин, Карл Маркс, Достоевский, Мостай Кәрим, Киров, Мәжит Ғафури, Зәки Вәлиди, Туҡай, Зәйнулла Рәсүлев, Совет, Пушкин, Цюрупа, Сочи урамдары, Ағиҙел яры буйы кеүек тарихи урындарҙы үҙ эсенә алған. Үҙенсәлекле автобуста экскурсияға билеттарҙы урында һатып алырға мөмкин.
Автобус Мостай Кәрим урамы, 6-сы йорт адресынан ҡуҙғала. Белешмәләрҙе 8(967)734-62-84 телефоны аша алырға була.
Читайте нас: