Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 10:20

Иорданияға оҙаттыҡ

Сит илдәр башлыса нимә һорай?

Башҡортостан хужалыҡтары етештергән дүрт мең тонна арпаны Иорданияға һыу буйлап оҙатҡандар. “Илеш элеваторы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – республикала ҙур йөк тейәлгән судноларҙы сит илдәргә туранан-тура оҙата алған берҙән-бер предприятие.
Элеваторҙың бының өсөн бөтә инфраструктураһы бар, миҙгелдә ул һыу буйлап 100 мең тоннаға тиклем иген оҙата ала. Предприятиеға Иран, Төркиә, Балтик буйы илдәренә экспортҡа игенде оҙатыуҙа ярҙам итеү тураһында ҡарар республика власы тарафынан 2019 йылдың май айында ҡабул ителгәйне. Шуға ярашлы, йәй көнө Татарстандың Аҡтаныш районы Әзәкүл ауылынан Илеш районының Груздевка ауылына тиклемге 20 километр арала Ағиҙел төбөн тәрәнәйтеү эштәре башҡарылды.
– Хәҙер республиканан күберәк майлы культуралар экспортҡа оҙатыла, – ти республиканың Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Алмаз Ғәлимов. - Бөгөн иген культуралары өлөшө 13 проценттан саҡ ҡына ашыу тәшкил итә.
Әйткәндә, сит илдәргә ашлыҡ һатыу Рәсәйҙең “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: