Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 22:35

Прививка яһатып ҡалығыҙ!

Поликлиникаға барыу ҙа кәрәкмәй.

Республика баш ҡалаһында 5 октябрҙән 11-енә тиклем киҙеүгә ҡаршы вакцина яһау буйынса мобиль пункттар эшләйәсәк. Был сәләмәтлеген ҡайғыртҡан һәр кем өсөн уңайлы, поликлиникаға барыуҙың, терапевҡа яҙылыуҙың кәрәге ҡалмай.
Көн һайын өфөләрҙе биш мобиль пунктта көтәсәктәр - Инорс биҫтәһендәге “Акварель” сауҙа үҙәге биләмәһендә, “Ҡашҡаҙан”мәҙәниәт һәм ял паркында, “Ҡунаҡһарай” сауҙа комплексы биләмәһендә, Затон биҫтәһендәге “Тулҡын” паркында һәм “Ореон” ижад йорто эргәһендә.
Мобиль вакцинациянан 18 йәше тулған һәр Рәсәй гражданы файҙалана ала. Үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы йәки шәхесегеҙҙе раҫлаған документ алып килергә онотмағыҙ. Урында медицина тикшереүе үткәс, вакцина эшләйәсәктәр. Ә балалар һәм ауырлы ҡатындар прививканы бары поликлиникала яһата ала.
Читайте нас: