Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2020, 23:15

Радий Хәбиров – "ҡыҙыл зона"ла

Тағы бер йоғошло ауырыу үҙәге кәрәк

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө районында май аҙағында асылған Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында булды. Төбәк етәксеһе белгестәрҙең эше менән танышты һәм пациенттарҙың дауаланыу шарттарын ҡараны.

Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының баш табибы Радик Ғәлимов белдереүенсә, 2 октябргә ҡарата бокстарҙа пневмония менән сирләгән 358 кеше ята, шул иҫәптән 22 кеше – реанимацияла. Учреждениела буш урын ҡалмаған тиерлек һәм кешеләр палаталарҙа урын бушағанын көтөп коридорҙа ятырға мәжбүр.

Радий Хәбиров үҙәктең “ҡыҙыл зона”һында булды, табиптар һәм пациенттар менән аралашты. Ул коллективҡа башҡарылған ҙур эш күләме һәм юғары профессионализм өсөн рәхмәт әйтте.

– Был бинаны бик тиҙ һәм сифатлы итеп төҙөнөләр. Бындағы система сир усаҡтарын “һүндерә”. Тик уның ҡеүәте ахыр сиккә еткән. Шуға күрә медицина хеҙмәткәрҙәре беҙҙең алда райондар өсөн Стәрлетамаҡ-Салауат тирәһендә тағы бер йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөү бурысын ҡуя. Ялдарҙа мөмкинлекте күҙаллаясаҡбыҙ һәм дүшәмбе оперативкала бының кәрәкме-юҡмы икәнлеген хәл итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Читайте нас: