Шоңҡар
+14 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2020, 16:45

Әсә йөрәге

Кейе­менә, хә­рәкәтенә ҡарағанда, ир кеше булырға тейеш. Әсә күңеленә шом төштө, йөрәге йыш-йыш ти­беп, аяҡ быуындары ҡалты­раны.

Станция ауылдан дүрт саҡ­рым тирәһе алыҫлыҡта ята. Йәйәүләп сыҡҡанда, поезға сәғәт ярымда еңел генә барып етеп бу­ла. Атаһы эштән ҡайтып өлгөр­мәгәс, Гөлсәсәкте әсәһе, ауыл осона ҡәҙәр генә булһа ла тип, оҙата сыҡты. Ауыл осона еткәс, юл өҫтөндә ятҡан зыярат­ты үткәнсе генә барырға булды. Шунан юл урман араһына инә.
Балаһын урманда япа-яңғы­ҙын ҡалдырып китергә әсәнең йөрәге етмәне. Эңер төшә башланы. Шулай бара торғас, кү­ңел­гә шом һалып, күҙ үлсәме ара­һы алыҫлыҡта ғына ал­да­рын­да бер кеше һыны хасил бул­ды. Әле генә юҡ ине, ҡай­ҙан килеп сыҡты?.. Кейе­менә, хә­рәкәтенә ҡарағанда, ир кеше булырға тейеш. Әсә күңеленә шом төштө, йөрәге йыш-йыш ти­беп, аяҡ быуындары ҡалты­раны.
– Юҡ, балам, юҡ, һине урман­ды үткәртмәй боролмайым, – тип һаман атлауын дауам итте. Алдағы теге ир һыны нисек көтмәгәндә барлыҡҡа килде, шулай уҡ ҡапыл ғына юҡ бул­ды ла ҡуйҙы. Әллә мал-тыуарын эҙ­ләп йөрөгән берәй ауыл ке­шеһе инеме икән?.. Көҙ мал­ҡай­ҙар шулай ҡайтмай хужаларын маҙаһыҙлап ала ул. Айырыуса һыйырға быҙауы ҡушы­лып алһа, ҡайтыр юлдарын оноталар...
Ҡыҙ:
– Әсәй, ярай, оҙаттың бит ин­де, яҡты күҙҙә һин дә урманды үтеп өлгөр, әтеү мин һинең өсөн борсолам, – тип әсәһен кире борорға тырышты.
Шул ваҡыт ауыл яғынан йөк машинаһы күренде. Ҡыҙ атаһы­ның машинаһын күрмәһә лә, тауышынан танып тора. Тик был ул түгел ине. Машина, йәйәүле­ләр эргәһенә еткәс, туҡтаны. Кузовында алты-ете һунарсы, һа­лам түшәлгән иҙәнгә ҡырын тө­шөп ятып, кәрт һуға. Юлсыларҙы күргәс:
– Әйҙәгеҙ, әйҙә, әтеү поезға һуңлайһығыҙ! – тип әсә менән ҡыҙҙы ултырырға саҡырҙылар. Ҡыҙ һаман да:
– Әсәй, йә, бар инде ҡайт, ана, станция ла күренеп ята, – тине.
– Юҡ, был тиклем ирҙәр ара­һына ни йөрәк менән яңғыҙыңды ултыртып ебәрәйем, – тип кузов­ҡа ҡыҙы эргәһенә менеп ултыр­ҙы. Һунарсыларҙың берәүһе:
– Апай, борсолма ҡыҙың өсөн, һәйбәт итеп алып барып еткерербеҙ, – тине.
– Юҡ инде, бында килеп еткәс, барып етеп ҡайтам, – тип ултырған урынынан ҡуҙғалманы.
Станцияға бик тиҙ килеп ет­теләр. Олпат кәүҙәле оло йәш­тәге һунарсы әсә менән ҡыҙға кузовтан төшөргә ярҙам итеп:
– Апай, был ҡараңғыла ҡурҡ­майынса нисек ауылыңа ҡайтып етерһең икән? – тине, борсолоп.
– Нисектең алдына төшөп алам да, йүгереп, “һә” тигәнсә ҡайтып етәм. Мин ни йөрөмәгән кеше түгел дә, – тине, бер аҙ ҡурҡыуын усына йомоп. Ә ҡыҙ өндәшмәне, сөнки ул үҙе лә шул турала уйлап, эстән утта яна ине.
Күп тә тормай, поезд килде. Ҡыҙ вагонға менеү менән, тәҙрәгә ҡапланып, әле генә ауылы яғына, ҡараңғылыҡҡа инеп киткән әсәһенең һынын эҙләне... Көҙ ҡараһына, энә менән төрт­һәң дә, бер нимә лә күренмәй. Ҡыҙҙың йөрәге “жыу” итеп китте. Башына, әллә үҙем генә төшөп ҡалайыммы икән, тигән уй ҙа килде. Вагонға инеп, сумкаһын алып, сығыу яғына ыңғайланы. Тәҙрәгә йәнә күҙ һалды. Ауыл яғынан елеп килгән машина фары яҡтыһында, ҡулын һелтәп, ҡыҙыу-ҡыҙыу атлаған әсәһенең шәүләһен шәйләп алды. Был атаһының машинаһы ине. Ҡыҙ уны шунда уҡ таныны.
– Атай, атаҡайым, Алла­ҡа­йым минең, мең рәхмәт һеҙгә! – тип, ҡыҙҙың йөрәге шатлы­ғынан күкрәген ярып сығырҙай булып дөпөлдәп типте һәм кү­ҙенән шатлыҡ йәштәре бәреп сыҡты. Поезд яй ғына ҡуҙ­ғалып китте. Машина, әсәһе тәң­гәленә еткәс, туҡтаны. Ниһайәт, ҡыҙ еңел һулап, вагонға инеп буш урынға ултырҙы.
Был хәл ҡырҡ йыл тирәһе элек булһа ла, ҡыҙ уны кисә­ге­ләй хәтерләй. Күҙҙәренә әле булһа шатлыҡ йәше бәреп сыға. Рәхмәт, атай, әсәйем өсөн рәх­мәт! – тип эстән генә ҡыуанып ҡабатлай...
Миләүшә Ғәйфуллина.
Читайте нас: