Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2020, 12:00

Ҡыш нисек булыр?

Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ноябрҙә һәм декабрҙә температураның норманан бер аҙ юғарыраҡ булыуы ихтимал.

Быйыл ҡыш Башҡортостанда ҡаты һыуыҡтар, ҡар бурандары һәм аномаль температура көтөлмәй. Дөйөм алғанда, температура нормаға ярашлы була. Рәсәй Гидрометүҙәгенең алдағы алты айға яҡынса фаразы шундай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда уртаса айлыҡ температура нормаһы түбәндәгесә: октябрҙә +2,5 градус; ноябрҙә -5,1 градус; декабрҙә -11 градус; ғинуарҙа -14,8 градус; февралдә -13,7; мартта -7 градус.

Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ноябрҙә һәм декабрҙә температураның норманан бер аҙ юғарыраҡ булыуы ихтимал. Ғинуарҙа ғәҙәттәгенән һалҡыныраҡ була, февралдә лә температураның норманан бер аҙ тайпылыуы фаразлана. 2021 йылдың мартында Волга буйы федераль округы биләмәһендә уртаса температураның быйылғы мартҡа ҡарағанда түбәнерәк булыуы көтөлә.

Читайте нас: