Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2020, 02:55

Элвин Грей башҡорт ҡыҙҙарын баһаланы

Татарстанда тәүге тапҡыр башҡорт гүзәлдәренең "Һылыуҡай-2020" Бөтә Рәсәй конкурсының һайлап алыу туры үтте. Конкурстың баһалама төркөмөнә яҡташыбыҙ, билдәле йырсы, Башкортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей), Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлегенең әйҙәүсе белгесе Эльза Таныбаева, "Һылыуҡай -2019" конкурсы Гран-приһы хужаһы Ләйлә Шәкүрова, MTV-mix телеканалы директоры Евгения Машко, хореограф, Татар дәүләт академия театры режиссеры Сәлимә Әминева, Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Тимур Йосопов инде.Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Гран-приҙы Саба районынан Лилиә Арыҫланова яуланы. Гөлшат Әхмәҙиева, Гөлиә Солтанова, Элина Әхмәтйәновалар 1 -3 урындарҙы бүлеште. Лилиә "Һылыуҡай" Бөтә Рәсәй конкурсының финалында Татарстан исеменән сығыш яһаясаҡ. Ул 3 декабрҙә, Өфө ҡалаһында уҙа.

Татарстанда тәүге тапҡыр башҡорт гүзәлдәренең "Һылыуҡай-2020" Бөтә Рәсәй конкурсының һайлап алыу туры үтте. Конкурстың баһалама төркөмөнә яҡташыбыҙ, билдәле йырсы, Башкортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей), Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлегенең әйҙәүсе белгесе Эльза Таныбаева, "Һылыуҡай -2019" конкурсы Гран-приһы хужаһы Ләйлә Шәкүрова, MTV-mix телеканалы директоры Евгения Машко, хореограф, Татар дәүләт академия театры режиссеры Сәлимә Әминева, Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Тимур Йосопов инде.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Гран-приҙы Саба районынан Лилиә Арыҫланова яуланы. Гөлшат Әхмәҙиева, Гөлиә Солтанова, Элина Әхмәтйәновалар 1 -3 урындарҙы бүлеште. Лилиә "Һылыуҡай" Бөтә Рәсәй конкурсының финалында Татарстан исеменән сығыш яһаясаҡ. Ул 3 декабрҙә, Өфө ҡалаһында уҙа.
Читайте нас: