Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2020, 01:57

Ижад миҙгелен асыу ике көн дауам итте

Кисә шаулап-гөрләп 31-се театр миҙгелен асҡан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры бөгөн ижад байрамын Г.Белых һәм Л.Пантелеевтың “Республика ШКИД” спектакле менән дауам итте. Был тамаша миҙгел асыу менән бергә Уҡытыусылар көнөнә лә арнап ҡуйылды.Әҫәрҙәге ваҡиғалар революциянан һуңғы йылдарҙа барһа ла, үҫмер осороноң ул ваҡыттағы ҡараштары бөгөн дә үҙ көсөн юғалтмаған. Хәл Достоевский исемендәге социаль-хеҙмәт тәрбиәһе мәктәбендә (ҡыҫҡартып, ШКИД тип атайҙар) бара. Был мәктәп тәрбиәләнеүселәре – ата-әсәһеҙ ҡалған, йәки өйҙәренән ҡасҡан ҡарауһыҙ малайҙар. Уларҙың тормошҡа яраҡлашырға тырышыуын, бер-береһе менән ауыр һәм үтә еңел аралашыуын тәрбиәселәре күҙ уңынан ысҡындырмаһа ла, төрлө ваҡиғалар булып ала. Тамашасы һәр геройҙы үҙенсә яратып йәки күрә алмаҫ хәлгә етеп ҡарай. Ике бүлектән торған спектакль бертынала үтеп китте. Унда башҡорт һәм рус труппаһы артистары бергәләп уйнай. Спектаклдең режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев ҡуйҙы. В. Жеребцов инсценировкаһы, рәссамы – Н.Белова (Санкт-Петербург) костюмдар буйынса рәссам – Е.Осколкова (Санкт-Петербург), хореограф – В.Лесничая (Мәскәү), композитор һәм музыкаль яҡтан биҙәүсе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илшат Яхин.

Кисә шаулап-гөрләп 31-се театр миҙгелен асҡан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры бөгөн ижад байрамын Г.Белых һәм Л.Пантелеевтың “Республика ШКИД” спектакле менән дауам итте. Был тамаша миҙгел асыу менән бергә Уҡытыусылар көнөнә лә арнап ҡуйылды.
Әҫәрҙәге ваҡиғалар революциянан һуңғы йылдарҙа барһа ла, үҫмер осороноң ул ваҡыттағы ҡараштары бөгөн дә үҙ көсөн юғалтмаған. Хәл Достоевский исемендәге социаль-хеҙмәт тәрбиәһе мәктәбендә (ҡыҫҡартып, ШКИД тип атайҙар) бара. Был мәктәп тәрбиәләнеүселәре – ата-әсәһеҙ ҡалған, йәки өйҙәренән ҡасҡан ҡарауһыҙ малайҙар. Уларҙың тормошҡа яраҡлашырға тырышыуын, бер-береһе менән ауыр һәм үтә еңел аралашыуын тәрбиәселәре күҙ уңынан ысҡындырмаһа ла, төрлө ваҡиғалар булып ала. Тамашасы һәр геройҙы үҙенсә яратып йәки күрә алмаҫ хәлгә етеп ҡарай. Ике бүлектән торған спектакль бертынала үтеп китте. Унда башҡорт һәм рус труппаһы артистары бергәләп уйнай. Спектаклдең режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев ҡуйҙы. В. Жеребцов инсценировкаһы, рәссамы – Н.Белова (Санкт-Петербург) костюмдар буйынса рәссам – Е.Осколкова (Санкт-Петербург), хореограф – В.Лесничая (Мәскәү), композитор һәм музыкаль яҡтан биҙәүсе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илшат Яхин.
Читайте нас: