Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2020, 00:25

НИМӘ УЛ ХИЖАМА?

Ул ни өсөн кәрәк?

Был һорауға Өфөләге “NAZA” матурлыҡ һәм сәләмәтлек үҙәге клиникаһы етәксеһе Динислам Шәйхетдинов мәғлүмәт бирҙе:
- Хижама - тәндән бысраҡ ҡанды һурып алыу юлы менән һауыҡтырыу ул. Бөтә сирҙе лә бер төрлө дауаламайҙар, бының өсөн айырым нөктәләр бар. Ҡайһы берәүҙәр хижама эшләткәндә күп ҡан юғалтырмын тип уйлай, мин уларға ҡурҡмаҫҡа кәңәш итәм. Махсус банкалар бер нисә минут торғас, убылған тире ҡыҙара - тимәк, унда насар ҡан йыйыла. Уларҙы алып, тәндең күпкән урынын таҙартабыҙ ҙа ипләп кенә сыйғыслайбыҙ. Аппаратты элеккесә ҡуйғас, шул бәләкәй йәрәхәттәр аша ҡара ҡан һығылып сыға.
Процедуранан һуң йәрәхәттәр тиҙ бөтәшә, ауыртып та, ҡаны һарҡып та тормай. Һурып алынған ҡан тамсыларын микроскопта тикшереп ҡараһаң, ундағы күҙәнәктәрҙең 90 проценттан күберәге иҫкергән, эшлектән сыҡҡан булыуы асыҡлана. Хижаманы мәҫәлән, арҡа һәм баш ауыртҡанда, ҡан баҫымы юғары булғанда, быуындар һәм тарамыштар шешенгәндә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланғанда, инсульт йә инфаркт кисергәндә, иммунитет ҡаҡшағанда, тын алыу ағзаларына зарар килгәндә яһайҙар... Ҡатын-ҡыҙға ғына хас ауырыуҙарҙан, түлһеҙлектән дауа икәнлеге, шулай уҡ ирҙәрҙе кәре китеүҙән ҡотҡарыуы хаҡында ла билдәле.
Йәмғиәтебеҙ сирҙе фәҡәт заманса ҡорамал, ҡиммәтле дарыу менән генә еңеп була тип уйлай. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.): “Һеҙҙең өсөн дауаланыуҙың иң яҡшы ысулы - ҡан алдыртыу”, - тигән бит.
Читайте нас: