Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2020, 02:42

Пермь крайында башҡорт телен өйрәнеүгә иғтибар арта

Бөгөн крайҙың - Барҙа һәм Башҡортостандың Тәтешле районының мәғариф идаралыҡтары Пермь крайының башҡорт факультативтары уҡытыусылары өсөн семинар үткәрҙе. Сарала ошо ике район вәкилдәре, крайҙың башҡорт факультативтары уҡытыусылары, Пермь крайында эшләп килгән тарихи-мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов алда торған мөһим бурыстар, башҡарылырға тейешле эштәр хаҡында сығыш яһаны. Уҡытыусыларға методик әсбаптар, "Ғәйнә диалекты һүҙлеге", Пермь крайында тыуған яҙыусы, Наил Ғәбдүшевтең башҡорт теленең ғәйнә диалектында сыҡҡан шиғырҙар йыйынтығы таратылды. Был эштәрҙең барыһы ла Башҡортостан Башлығының тыуған телдәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән гранты иҫәбенә башҡарылды. Быйыл Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы грантҡа үткәрелгән конкурста ҡатнашып, еңеү яуланы. Семинарҙа Тәтешле районынан килгән ҡатнашыусылар ғәйнә диалекты менән бер рәттән башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә мәктәптәрҙә әҙәби башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһен дә күтәрҙе. Бөгөн крайҙа "Пермь башҡорттары" гәзитенең донъя күреүе, "Нурлы Барҙа" мосолман гәзитендә диалект телендә "Ғәйнә башҡорттары" тигән ҡушымта нәшер ителеүе шатлыҡлы күренеш.- Республика етәкселеге тарафынан, ниһайәт, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына, уларҙың диалектына, шулай уҡ беҙҙең ише сит өлкәләрҙә йәшәгән, башҡа диалектта һөйләшкән башҡорттарға иғтибарҙың артыуы — ысын мәғәнәһендә ҡыуаныслы хәл. Беҙ үҙебеҙҙе иңебеҙгә яңынан ҡанаттар үҫкәндәй итеп тоябыҙ. Был эш дауамлы, киләсәкле булһын, халҡыбыҙҙы берләштерһен, тип рухланып эшләйбеҙ, - ти Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов.

Бөгөн крайҙың - Барҙа һәм Башҡортостандың Тәтешле районының мәғариф идаралыҡтары Пермь крайының башҡорт факультативтары уҡытыусылары өсөн семинар үткәрҙе. Сарала ошо ике район вәкилдәре, крайҙың башҡорт факультативтары уҡытыусылары, Пермь крайында эшләп килгән тарихи-мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов алда торған мөһим бурыстар, башҡарылырға тейешле эштәр хаҡында сығыш яһаны. Уҡытыусыларға методик әсбаптар, "Ғәйнә диалекты һүҙлеге", Пермь крайында тыуған яҙыусы, Наил Ғәбдүшевтең башҡорт теленең ғәйнә диалектында сыҡҡан шиғырҙар йыйынтығы таратылды. Был эштәрҙең барыһы ла Башҡортостан Башлығының тыуған телдәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән гранты иҫәбенә башҡарылды. Быйыл Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы грантҡа үткәрелгән конкурста ҡатнашып, еңеү яуланы. Семинарҙа Тәтешле районынан килгән ҡатнашыусылар ғәйнә диалекты менән бер рәттән башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә мәктәптәрҙә әҙәби башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһен дә күтәрҙе.
Бөгөн крайҙа "Пермь башҡорттары" гәзитенең донъя күреүе, "Нурлы Барҙа" мосолман гәзитендә диалект телендә "Ғәйнә башҡорттары" тигән ҡушымта нәшер ителеүе шатлыҡлы күренеш.
- Республика етәкселеге тарафынан, ниһайәт, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына, уларҙың диалектына, шулай уҡ беҙҙең ише сит өлкәләрҙә йәшәгән, башҡа диалектта һөйләшкән башҡорттарға иғтибарҙың артыуы — ысын мәғәнәһендә ҡыуаныслы хәл. Беҙ үҙебеҙҙе иңебеҙгә яңынан ҡанаттар үҫкәндәй итеп тоябыҙ. Был эш дауамлы, киләсәкле булһын, халҡыбыҙҙы берләштерһен, тип рухланып эшләйбеҙ, - ти Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов.
Читайте нас: