Күптән түгел районда балалар һәм йәштәр араһында республиканың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән халыҡ ижадын, традцияларын һаҡлау, популярлаштырыу маҡсатында башҡорт халыҡ йырҙарын һәм бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың конкурс-проекты старт алды. Ошо проект сиктәрендә ике клип төшөрөлгән. Уның тәүгеһе - “Таштуғай” бейеүе, башҡорт халыҡ уйындары мотивы буйынса “Родина” мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Дамир Ибраһимов ҡуйған, “Сәфәр” өлгөлө бейеү ансамбле башҡара. Әлеге ваҡытта балетмейстр “Аҫаба башҡорттары” тигән ир-егеттәр бейеүен сәхнәләштерә. Уны ла клип итеп төшөрәсәктәр. Ә икенсе клипта балалар музыка мәктәбенең вокал ансамбле “Шаймортов генерал” йыры менән сығыш яһай.