Кисә Әрүәк-Рәз тауында туристар аҙаша. Дүрт оло кеше, туғыҙ уҡыусы ҡайтыр юлды таба алмайынса аҙаплана. Усаҡ яғып, ҡотҡарыусыларға хәбәр итәләр. Улар килеп еткәнсе, бәхеткә күрә, барыһының да хәле яҡшы була.
Был хәл, билдәһеҙ, белмәгән урынға экскурсияға, сәйәхәткә сыҡҡанда бараһы юлды алдан ныҡлы үҙләштерергә кәрәклеген тағы ла бер ҡат иҫкәртә.