Милли проект сиктәрендә дәүләт тарафынан күп балалы ғаиләләргә төрлөсә ярҙам күрһәтелә. Ағымдағы йылда ғына ипотека кредитын ҡапларға, 450 мең һум алыуға, республикала 3,4 мең ғариза бирелгән. Әлегә 1,52 миллиард һум бүленгән дә инде.
Билдәле булыуынса, 2019 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләлә өсөнсө бала тыуһа, 450 мең һум күләмендә ипотека кредитын түләргә аҡса бирелә башланы.