Әңгәмәне Башҡорт дәүләт университе Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре кандидаты Рәйсә Хәким ҡыҙы Илишева менән ҡорабыҙ. Студент өсөн уҡытҡан уҡытыусыһынан интервью алыу - ул һирәктәргә генә эләгә торған уңыш. Бөгөн был уңыш БИН-31 төркөмө студенты Сулпан Искужинаға йылмайҙы. Сулпан факультетта эшләп килгән йәш журналистар клубы ағзаһы. Һүҙ, әлбиттә, Уҡытыусы һөнәре, мәктәп, вуз тураһында.
Сулпан: Мәктәптә уҡыған саҡта иң ҡыҙыҡлы булған хәл?
Рәйсә Хәкимо ҡыҙы: Мәктәпте бөткәнгә байтаҡ булып киткән икән! Шулай ҙа мәктәп йылдары күҙ алдында тора, барыһы иҫтә. Шаян, шуҡ булдым. Мәктәптә лә, студент саҡта ла уҡытыусыларға пародия яһай инем. Нарбутов ағай (иҫәнме икән, белмәйем, балаларына күсеп киткәйне), Сажиҙә апай, Флиза Хасановна. Университетта - К.Мәргән, К. Әхмәтйәнов ағайҙар, Нәғим Хажиғәлиевич Ишбулатов (урындары йәннәттә булһын), М.Әхтәмов, Б.Әхмәтшин. Уларҙың үҙҙәренә генә хас һөйләү манералары, йыш ҡабатларға яратҡан ҡайһы бер һүҙҙәре, фразалары бар ине. Уҫал шаярманыҡ, яратып ҡына. Мәҫәлән, Нарбутов ағай булып таҡтаға карта һыҙып ебәрәһең... Ул географиянан уҡытты. Бер саҡ дәрес башында дежурный таҡтаға карта элмәгән булып сыҡты. Ағай бик тәртип ярата ине. Картаны таҡтаға бөтә кластан аҡбур менән “төшөрттө”. Африка! Мадагаскар! - тип, аҡбурҙы шыҡылдатҡансы таҡтаға бәрә-бәрә башта үҙе яҙҙы. Унан Африка илдәрен, ҡайһыһы ни менән сиктәш, иҫкә төшөрөргә тура килде. Берәм-берәм таҡтаға саҡырып сығара ағайыбыҙ. Белмәгәндәргә әсе-әсе эпитеттарын йәлләмәй өләшә. Ул Африканы ҡайҙан ғына белеп бөтәһең! Ғүмерлек аҡыл булды ул. Беҙҙе белемле итергә тырышты уҡытыусыларым, барыһы алдында ла баш эйәм.
Сулпан: Уҡытыусы булырға һеҙ бала саҡтан хыяллана инегеҙме?
Рәйсә Хәким ҡыҙы: Бер тапҡыр ҙа хыялланғаным булманы. Ләкин һис ҡасан да үкенмәнем. Мин гәзит-журнал редакцияһында эшләргә хыялландым. Был өлкәлә кумирым – З.Ҡотлогилдина. Мәктәптә уҡығанда “Башҡортостан пионеры” гәзитенән З.Ҡотлогилдина ҡулы менән яҙылған бик матур хаттар ала инем. Шулай ҙа мәғариф өлкәһендә үҙемде осраҡлы тип иҫәпләмәйем. Уҡытыусы ла, журналист та кеше менән эшләүгә, коммуникацияларға нигеҙләнгән һөнәрҙәр.
Сулпан: Беҙҙе, студенттарҙы, йыш ҡына уҡытыусым ниндәй студент булыуы ҡыҙыҡһындыра. Студент тормошо нисек үтте? Нимәләр иҫтә ҡалды?
Рәйсә Хәким ҡыҙы: Студент саҡ минең өсөн – ижад, шиғыр яҙыу. “Шоңҡар” әҙәби ижад түңәрәге. Өс йылдан ашыу был данлы түңәрәктең старостаһы булдым. Түңәрәк ағзалары булған ҡәләмдәштәрем талантлы ла, талапсан да ине, күбеһе аҙаҡтан күренекле шәхестәр булып китте: Р. Түләк, Р. Ҡолдәүләт, Ғ.Зарипов, Ф.Аҡбулатова, Р. Абдуллина, Т.Дәүләтбирҙина, Р.Шәмсетдинова, Л.Ҡәйепова, Ғ.Кәлимуллина, Р.Лотфуллина, Ф.Исхаҡова һ.б. Ҡулъяҙмалар тикшереү, хәҙергесә әйткәндә, модераторлыҡ эше ҙур тәжрибә бирҙе. Ауыл мәктәптәре буйлап уҡыусылар менән осрашыуҙарға күп йөрөнөк. Минең алда рәсми өлөштө алып барыу бурысы торҙо. Университетта шиғыр кисәләре ойоштороу. Шығырым тулы залға бөтә Өфө килгәндәй була ине. Кисәләрҙе Марсель Искәндәров, Әхәт Мортазиндар менән алып барҙыҡ. Кафедра мөдире профессор Р.Байымов түңәрәк эштәренә айырыуса әһәмиәт бирҙе. Башҡорт әҙәбиәте кафедраһы ултырыштарында даими отчет тоторға кәрәк булды. Һәүәҫкәр композитор А.Шәмситов менән “Шоңҡар”ҙың гимнын яҙҙыҡ. Әле лә йырлайҙар уны. Түңәрәк етәксеһе М.Х. Иҙелбаев уның гербын, значоктар эшләтте. “Шоңҡар”ҙың илле йыллыҡ юбилейы айҡанлы 1984 йылда уға БР Верховный Советының Маҡтау грамотаһы бирелде. Ижади түңәрәктең бындай хөкүмәт бүләгенә лайыҡ булыуы һирәк күренеш, ихтимал, Башҡортостанда быға оҡшаш ваҡиға башҡа юҡтыр ҙа. Әлбиттә, был бүләк түңәрәккә илле йыллыҡ эш һөҙөмтәһе булараҡ бирелде. Ләкин “үле” түңәрәкккә уны тапшырырҙар инеме икән? 1980-85 йылдар түңәрәктең сираттағы сәскә атыу осоро булғандыр.
Сулпан: Беҙҙең уҡытыусылар фән менән дә актив шөғөлләнә. Ә һеҙ фәнгә ҡасан килдегеҙ? Етәксегеҙ кем ине?
Рәйсә Хәким ҡыҙы: Фән эшенә килеү тәбиғи булды. Беҙ, башлап яҙыусы йәштәр, бер-беребеҙгә ныҡ талапсан булдыҡ, анализ биреү, тәнҡит һүҙ әйтә белеү мәртәбә һаналды. Үҙебеҙҙе, һис арттырыуһыҙ, Ғ.Сәләм вариҫтары итеп тоя инек, яуаплылыҡ тойғоһо көслө ине. Үҫеүсе, эҙләнеүсе йәш кешегә ҙур йоғонто яһарға һәләтле ижади мөхитте тәү башлап мин университетта күрҙем. Конференцияларҙа бер-береңдең ижады тураһында сығыштар, докладтар, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарында, Ленинсы” гәзитендә, “Октябрь байрағы” тип аталыусы университет гәзитендә студент йәштәр ижады хаҡында тиҫтәләрсә мәҡәләләр. Авторы беҙ үҙебеҙ инек. Беҙҙең мәҡәләләрҙе университетта бер уҡытыусы ла ҡарап, төҙәтеп ултырманы. Туранан-тура гәзит редакторҙары менән эшләнек. Фән өлкәһендә ҡәләмем шулай шымарҙы. Бишенсе курсты тамамлағас, Р.Байымов мине башҡорт әҙәбиәте тарихы буйынса аспирантураға саҡырҙы. Был аҡыллы, ғәйәт абруйлы, фәнгә мөкиббән шәхестең тәүге аспиранты булдым.
Сулпан: Һеҙҙең уҡытыусы булып китеү тарихы? Уҡытҡан ваҡыттарҙа ниндәй ҡыйынлыҡтар килеп тыуа?
Рәйсә Хәким ҡыҙы: “Шоңҡар” тураһында әйтеп үттем инде. Уҡытыусылыҡҡа әҙерләүсе үҙ аллы үткән ҙур практика булған ул. Бишенсе курстан һуң Стәрлетамаҡҡа йәшәргә күстем. Стәрлетамаҡта бөгөн башҡорт мөхите бар. Башҡорт гимназиялары бар. Колледждарҙа башҡорт теле уҡытыла. Ә ул саҡта Стәрлетамаҡ мәктәптәрендә миңә бер генә сәғәт тә башҡорт теле дәресе табылманы. Стәрлетамаҡ ҡалаһы миңә ҡола ялан булып күренде. 1990 йылдар алда ине әле. Ҡаланың мәғариф бүлеге начальнигына эш һорап индем. Зәғиф балалар тәрбиәләнеүсе интернатта тәрбиәсе урыны тәҡдим итте. Баш тартҡас, ҡысҡырып тороп әрләне инде хатта. Ул бик һирәктәргә тейә торған вакансия ине, өҫтәмә түләүҙәре, льготалары булғанға. Ә мин әҙер түгел инем, ҡабул итә алманым бындай боролошто. Аҙағыраҡ, әлбиттә, Стәрлетамаҡтың ижади шәхестәре менән дә аралашыу форсаты тейҙе. Ул саҡта ҡала яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Р.Ниғмәтуллин етәкселегендә эшсе ятаҡтары буйлап матбуғатҡа яҙылыу ойоштороп, шиғыр кисәләре үткәреп тә йөрөнөк. Шулай итеп, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында хеҙмәт юлымды башланым. Башта лаборант булып эшләп алдым. Аспирантура тамамлағас ҡына вуз уҡытыусыһы булып киттем. Ләкин уҡытыусылыҡҡа юлым алыҫ, бик алыҫ ине әле... Формаль рәүештә урын биләү генә автоматик рәүештә УҠЫТЫУСЫ тигән дәрәжәне бирә алмайҙыр ул. Быға ғүмер буйы киләһең.
Уҡытыусы булып юғары уҡыу йортонда эшләй башланым да, бер йыл үттеме-юҡмы, барыһын да ташлап, дүрт йыл ауылда ла тороп килдем мин. 90-сы йылдар башының ғәләмәт атмосфераһын мин ауылдан тороп күҙәттем. Район фермерҙарын йыйып “бешкән” бик хәтәр составтағы республика комиссияһы алдында ла хужалығыбыҙ хаҡында иҫәп-хисап отчеты тотҡаным булды. Иптәшем дауаханала ята ине, ә комиссияға саҡырыу килгән, кредиттар бар, хәл етди. Барып инһә-әәәм! Коридор тулы ир-ат фермерҙар, комиссиянан ҡурҡып, бер-береһен өгөтләп, ишек төбөндә ултыралар. Уҡытыусылыҡ сифаттарым унда ла ярҙам иткәндер, иң башта инеп, әрләнеп тә, әрләп тә сыҡтым. Хәйер, ҡайҙа бында ҡыйыулыҡ тураһында һүҙ, тиҙерәк малды ҡарарға ҡайтырға кәрәк ине лә. Эйе, уҡытыусылығым алда йөрөгән осраҡтар күп булды, ләкин был һәр саҡ ярҙам итте тип әйтә алмайым. Уҡытыусы, уҡыта торғас, тормошто дәресе һымаҡ күрә, билдә ҡуя башлай: быныһы - дөрөҫ, быныһы - хата. Барыһы алдында ҡысҡырып өйрәтергә лә күп һорамай. Ә тормош тигәнең төрлөсә, ҡайһы берҙә әйләнә-тирәңә “ике” йә “биш” сәпәргә ынтылып тороу ҡамасау иткәндәй була. Хәҙер, тиҫтә йылдар уҡытҡандан һуң, уҡытыусылыҡ төп эшеңә әйләнгәс, дәрестең, уҡытыуҙың йөкмәткеһенә бәйле ҡайһы бер һығымталар ҙа яһайһың. Мин әҙәбиәт дәресе хаҡында һүҙ йөрөтәм. Мәҫәлән, әҙәби анализ – әҫәрҙе шәхси иләк аша үткәреү ул. Әҙәбиәт уҡытыусыһы, иң беренсе сиратта, киң ҡоласлы тәнҡитсе булырға тейеш. Әҙәбиәт теорияһынан, әҙәбиәт тарихынан белемең булыу ғына етмәй. Тарих, философия, психология, социология, һ.б. төрлө өлкәләрҙә белем булыуы кәрәк. Тормош тәжрибәһе, тормошҡа ҡараш булыуы ла ҙур роль уйнай. Әҫәр яҙыусы уны яҙған осор эсендә лә, хәҙерге заман менән бәйләп өйрәнелә. Юғиһә әҙәби әҫәргә әҙер схемалар буйынса бирелгән, методик йәһәттән дөрөҫ булған анализ ныҡ “йоҡара”, әҫәр уҡыусы алдында йәнһеҙ булып ҡала. Әҙәбиәт уҡытыу шуға ла, башҡа предметтар менән сағыштырғанда, уҡытыусының шәхесе, уның әйләнә-тирәгә ҡараштар даирәһе менән нығыраҡ бәйле бер өлкә булып ҡала.
Сулпан: Һеҙ башҡорт әҙәбиәте буйынса лекциялар уҡыйһығыҙ. Ниндәй яҙыусыларҙың ижады яҡын?
Рәйсә Хәким ҡыҙы: Башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәренән баҫылған береһен уҡып барам. Бик һирәге ситтә ҡалалыр. Сөсөләнеүҙе, кәрәкмәгән ерҙә уҡыусының күҙ йәшен көҫәгәнде яратмайым. Ә ҡабат-ҡабат уҡыған авторҙарым – И.Бунин, В.Распутин... Улар үҙ әҫәрҙәрендә мәңге кире ҡайтмаҫ урыҫ усадьбалары, урыҫ ауылдары менән хушлаша. Был яҙыусылар минең әрнеүҙәремде лә яҙа кеүек. Ауылыбыҙҙың бөтөүе - минең ғүмерлек һағышым. Ауылға ҡайтып, тергеҙергә тырышып ҡарағайныҡ та, булманы әлегә. Өмөтөмдө өҙмәйем әле шулай ҙа... Яңыраҡ Т.Ғарипованың “Бөйрәкәй” роман-эпопеяһын, Ғ.Шафиҡов публицистикаһын ҡабаттан уҡыным. М.Ҡаһарманова ижадын уҡып барам. Һуңғы ваҡытта антиутопия жанрындағы әҫәрҙәр ҡыҙыҡһындыра. Фильмдарын да ҡарайым. 2020 йылда БР-ның С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүсе авторҙар ижадына ныҡлабыраҡ күҙ һалдым. Әйткәнемсә, уҡытыусыға замандан артта ҡалмаҫ өсөн күп уҡырға, тырышырға тура килә.
Сулпан: Элекке һәм хәҙерге быуын уҡытыусылар араһында айырма бармы, ул нимәлә?
Рәйсә Хәким ҡыҙы: Белем сакраль бер өлкә булыуҙан туҡтаны. Ул ябай информацияға әйләнде. Интернетта мәғлүмәт тулып ята. Был осраҡта белем биреүсе булараҡ, уҡытыусының да элекке йәмғиәттә уникаль булған ролен ҡабаттан ҡарарға кәрәк була. Был бер булһа, уҡыусы менән аралашыу формалары үҙгәрҙе, төрлө технологиялар – шуның күренеше. Ләкин яңылыҡ – яңы технологиялар ғына түгел шул. Беҙ күреп өйрәнгән, йәшенә ҡарамай, барыһы өсөн дә “апай”, “абзый” булып йөрөгән уҡытыусылар заманы тарихта ҡалды. Мәктәп алдында шәхес үҫтереү бурысы ҡуйыла. Уңышлы булыу, “успешность” фәлсәфәһе алға һөрөлә. Юғары уҡыу йорттарында карьера, студенттарҙың шәхси үҫеш траекторияһы йүнәлешендә эш алып барыла. Шулай ҙа йәмғиәттә уҡытыусының идеолог һәм тәрбиәсе булараҡ роле юҡҡа сыға барыуына шаһитбыҙ. “Бюджеттан аҡса алыусы” (бюджетник) тип аталыу үҙе генә лә артыҡ тамаҡ булып яңғырай түгелме ни? Ә бит һәр атама, төшөнсә - тел күренеше, ә тел (язык) социаль үҙгәрештәргә һиҙгер, ул аңды формалаштырыусы булып сығыш яһай. Яһалма тыуҙырылған был кире стереотип янына икенсеһе өҫтәлергә тора: һайлауҙар ваҡытында көс етмәҫтәй ауыр ҡағыҙ эштәрен башҡарыусы уҡытыусыларға “тауыштарҙы” бутаусы ғәйеплеләр роле лә тағыла... Былар уҡытыусының абруйы, уның йәмғиәттәге роленә туранан-тура бәйле. Ләкин йәштәргә ысын остаз булған уҡытыусылар күпселекте тәшкил итә тип уйлайым. Йәмғиәт, халыҡ уҡытыусынан тап шуны көтә. Талап та бар, уҡытыусы яғынан аңлау ҙа, уның халыҡ алдында оло хеҙмәте лә бар... Уҡытыусының роле ябайлашманы, юҡ. Бөгөнгө уҡытыусы - белем биреүҙе ойоштороусы, уны заман, көндәлек практика менән бәйләүсе. Бөгөнгө мәктәп тә, юғары уҡыу йорттары ла ошондай үҙгәрештәр осоронда эшләй. Уҡытыусының яңы функцияһы – төрлө проекттар, идеяларҙы тормошҡа ашырыу - формалашыу өҫтөндә.
Сулпан: Һеҙҙең ғаиләгеҙҙә тағы ла уҡытыусылар бармы?
Рәйсә Хәким ҡыҙы: Туғандарыбыҙ араһында уҡытыусылар күп. Мәғариф алдынғылары, атҡаҙанған исемен алыусылар, почетлы хеҙмәткәрҙәр, фән эшмәкәрҙәре. Бергә йыйылғанда конференция барамы ни! Тормош иптәшем дә уҡытыусы булып эшләне. Уҡытыусылар һәр саҡта ла алдан йөрөй, ул – мәғрифәтсе. Ауылда Шәжәрә байрамын үткәреүебеҙ, ауыл тарихы тураһында китап яҙыуыбыҙ, ауыл кешеләренә шәжәрәләрен төҙөшөргә ярҙам итеүебеҙ - шуның һөҙөмтәһелер инде.
Сулпан: Факультет менән етәкселек итеү ауырмы ?
Рәйсә Хәким ҡыҙы: 1997 йылда, башҡорт филологияһы факультеты асылғас та, Б.Б.Ғафаров мине тәрбиә эштәре буйынса декан урынбаҫары итеп саҡырҙы. 2004 йылда башҡорт әҙәбиәте кафедраһы булдырылды, уның мөдире булып 2012 йылғаса эшләнем. Уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, Фәнни эҙләнеүҙәр үҙәге директоры булып эшләү бик күп тәжрибә бирҙе. Ә факультеттағы эш – яуаплы һәм төрлө. Мәҫәлән, әле яңы ғына быйыл уҡыуҙы тамамлаған студентҡа эш урындары ҡараныҡ. Беҙҙә сит ил студенттары ла уҡый. Уларға айырым иғтибар кәрәк. Факультетта төрлө милләт вәкилдәре белем ала һәм белем бирә: башҡорт, татар, сыуаш. Маҡсатыбыҙ бер - студенттарҙы тормошҡа, профессияға әҙерләү. Йәштәр менән эшләү оҡшай. Улар беҙ уйлағанға ҡарағанда талантлыраҡ, етеҙерәк, маҡсатлыраҡ. Тәүәкәллек тә етерлек.
Икенсе белгеслек сифатында сит тел (инглиз) телен өйрәнеү студенттарыбыҙҙың көндәлек тормошон да, киләсәген дә ҡыҙыҡлы итә. Быйыл Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларына беҙҙең ике профилле белем алған йәш уҡытыусыларыбыҙҙы һорап-һорап алдылар, вакансиялар күп, улар әле лә бар. Күп тел белеү – заман талабы. Туған телен һыу кеүек эскән, өҫтәүенә инглизсә яҡшы һөйләшкән кеше ҡайҙа ла юғалмай. Донъя күп телеллек юлынан бара.
Сулпан: Йәш уҡытыусыларға ниндәй әйтер теләктәрегеҙ булыр?
Рәйсә Хәким ҡыҙы: Мәктәп – бөгөнгө көндә, ни тиһәң дә, тотороҡло хеҙмәт хаҡын түләүсе, дәүләт кимәлендәге льготалар, социаль гарантиялар биргән урындарҙың береһе. Класс бүлмәләре йылы, яҡты. Һеҙгә балаларҙың саф ҡараштары төбәлгән. Барыһы үҙегеҙҙән тора. Үҙ һөнәрегеҙҙе, башҡаларҙы хөрмәт итһәгеҙ, әйләнә-тирәгеҙ, бар донъя һеҙгә йылмайып, яратып бағасаҡ!
Сулпан : Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙҙе Уҡытыусылар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым! Һаулыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләйем!