Шоңҡар
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 22:15

“Башнефть” яңы производство асырға ниәтләй

Яңы производствола өҫтәмә эш урындары булдырырға тейеш.

Бөгөн Өфөлә “Башнефть-ӨНЭЗ” филиалы биләмәһендә Башҡортостан менән “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең үҙ-ара эшмәкәрлеге буйынса даими комиссияның күсмә ултырышы булды.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфө нефть эшкәртеү заводы эше менән танышты. Етештереү майҙансыҡтарын ҡарап сыҡҡандан һуң комиссия ултырышы Республика йортонда дауам итте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Башнефть” йәмғиәтенең генераль директоры Хәсән Татриев республика менән нефть компанияһы араһында “Башнефть-ӨНЭЗ” филиалында элементар көкөрт етештереү ҡулайламаһының технологик линияһын төҙөү буйынса инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Был объектты сафҡа индереү заводтың ҡулайламаларында юғары сифатлы мотор яғыулығын етештергәндә барлыҡҡа килгән көкөртлө-водородлы газды утилләштереү күләмен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Һөҙөмтәлә атмосфера һауаһына зарарлы йоғонто кәмейәсәк.
Килешеү шарттарына ярашлы, “Башнефть” проектты финанслап, яңы производствола өҫтәмә эш урындары булдырырға тейеш. Технологик линия төҙөлөшөн 2023 йылдың майында тамамларға ниәтләйҙәр.
– Тәжрибә күрһәтеүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте менән “Башнефть” араһындағы үҙ-ара эшмәкәрлектең беҙ һайлаған алымы ярайһы уҡ һөҙөмтәле. Беҙ киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – “Башнефть” йәмғиәтенә, ҡатмарлы иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, инвестиция программаһын үҫтергән өсөн рәхмәтлебеҙ.
Ултырышта шулай уҡ социаль, экологик мәсьәләләр буйынса хеҙмәттәшлек итеү, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, әүәлге ҡарарҙарҙың үтәлеше йәһәтенән фекер алыштылар.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: