Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 11:20

Ауыл мәктәптәре лә ҡушыла

Әлегә бындай контейнерҙар Ағиҙел, Межгорье, Нефтекама, Өфө ҡалалары һәм баш ҡалаға яҡын бер нисә район үҙәге мәктәптәренә ҡуйылды.

Республиканың белем биреү учреждениеларында сүп-сарҙы айырып йыйыу буйынса яңы башланғыстың старт алды. Был проектта Башҡортостандың ҡала һәм райондарында урынлашҡан 250 мәктәп ҡатнаша. Ошо көндәрҙә уларҙа 400 яңы контейнер урынлаштырылды.
Яңы башланғысты тормошҡа ашырыуҙа БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән бер рәттән Республика балалар экология-биология үҙәге лә туранан-тура ҡатнаша. Әлегә бындай контейнерҙар Ағиҙел, Межгорье, Нефтекама, Өфө ҡалалары һәм баш ҡалаға яҡын бер нисә район үҙәге мәктәптәренә ҡуйылды.
Быйыл ҡалаларҙағы һәм район үҙәктәрендәге мәктәптәргә сүп-сарҙы айырып йыйыуға тәғәйенләнгән контейнерҙар урынлаштырыу өсөн төбәк бюджетынан аҡса бүленде. Ауыл мәктәптәре бындай контейнерҙар менән киләһе йылда тәьмин ителәсәк.
Бөгөнгө заман шарттарында тәбиғи ресурстар менән һаҡсыл эш итергә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын дөрөҫ тупларға өйрәтеү көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Башҡортостанда был эштең мәктәптә үк башланыуы, әлбиттә, маҡтауға лайыҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проекты ла тап шундай талаптарҙы ҡуя.
Читайте нас: