Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 14:05

ДДТ Өфөгә килә!

Тағы ла кемдәр сығыш яһаясаҡ?

Өфөлә Республика көнөнә арналған концертта Юрий Шевчук сығыш яһаясаҡ.

11 октябрҙә «Торатау» конгресс-холының Өфө амфитеатры биләмәһендәге Республика байрам программаһына эстрада йондоҙҙары саҡырылған.
Республика көнөнә ҡарата программа “Башҡортостан Республикаһы Гимны” республика флешмобынан һәм “Урал батыр уты” этник мәҙәниәт марафонынан башлана.

Юрий Шевчуктың һәм ДДТ төркөмөнөң, Lumen рок-төркөмөнөң, Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшин), Томас Мраздың һәм Zainetdin шоу-проектының сығыштары көтөлә.

Программа киске сәғәт 6-ла башлана. Сара эпидемиологик талаптарҙы күҙ уңында тотоп ойошторола.

Олег Яровиков фотоһы.

Читайте нас: