Республика Башлығы Радий Хәбировтың дәүләт һәм коммерцияға ҡарамаған автономиялы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары етәкселәре менән осрашыуында “Ғаилә” төньяҡ-көнсығыш үҙәге директоры Григорий Обвинцев приюттарҙа тәрбиәләнгән балаларҙы мәктәптә ҡайнар аш менән тәьмин итеүҙәге ҡыйынлыҡтар тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, быға бюрократик кәртәләр сәбәпсе.