Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2020, 01:05

Шайморатовҡа һәйкәл эшләгеҙ!

Батырға һәйкәл ҡайҙа ҡуйыласаҡ?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың милли геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл эшләү буйынса иң яҡшы проектҡа асыҡ конкурс үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, комдивҡа һәйкәл Өфөнөң Совет майҙанында ҡуйыла. Конкурсты Башҡортостан Башлығының Эштәр идаралығы ойоштора. Ул конкурс положениеһын һәм комиссия составын раҫларға тейеш.
Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы менән берлектә конкурсты яҡтыртыуҙы тәьмин итә. Башҡортостан Хөкүмәтенә Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелде.
Читайте нас: