Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәскәү ҡалаһының экс-сенаторы Владимир Долгих мәрхүм булыу сәбәпле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе. Долгих 96-сы йәше менән барғанда яҡты донъя менән хушлашты. Ул - ҡаһарман шәхес. 41 йылда үҙ теләге менән Мәскәүҙе гитлерсыларҙан яҡлаған, феноменаль тормош юлы үткән. Һуңғы йылдарҙа Мәскәү ҡалаһының ветерандар советы менән етәкселек иткән.