Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 14:50

"Тарих көҙгөһөндә Башҡортостан"

Ул иң тәүҙә үҙенең үҙенсәлекле ҡоролошо менән йәлеп итә. “Башҡортостан” концерт залына ингән ерҙә заманса урбанистик стилдәге инсталляциялар формаһындағы интерактив кубтар урынлашҡан. Һәр куб - йөҙ йыллыҡ тарихы булған республиканың бер осоро ул.

Тарих көҙгөһөндә Башҡортостан
9-12 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы көнө айҡанлы Өфөлә “Тарих көҙгөһөндә Башҡортсотан” тип исемләнгән архитектура күргәҙмәһе үтәсәк. Унда шлуай уҡ “Тарих волонтерҙары” уникаль проекты тормошҡа ашырыласаҡ.
9 октябрҙән алып төбәктә Республика көнөнә арналған төрлө саралар үткәреү башланасаҡ. Шуларҙың иң сағыуы булып “Тарих көҙгөһөндә Башҡортостан” күргәҙмәһе торасаҡ. Ул иң тәүҙә үҙенең үҙенсәлекле ҡоролошо менән йәлеп итә. “Башҡортостан” концерт залына ингән ерҙә заманса урбанистик стилдәге инсталляциялар формаһындағы интерактив кубтар урынлашҡан. Һәр куб - йөҙ йыллыҡ тарихы булған республиканың бер осоро ул. Бер яғында видеопрезентация күрһәтелһә, икенсе яғында күрҙәгәҙмәнән күренештәр сағылыш табасаҡ, уны ҡарарға килеүселәр үҙҙәрен күрә аласаҡ. Көҙгөләрҙең үҙенсәлекле итеп урынлаштырылыуы арҡаһында унда килеүселәр үҙҙәрен шул ваҡиғаның ҡатнашыусыһы, инсталляцияның, республика тарихының бер өлөшө итеп тоясаҡ.
Шунда уҡ “тарих волонтерҙары” ла эшләйәсәк. Улар тарих биттәрен айҡаясаҡ, республика барлыҡҡа килеүгә бәйле быға тиклем әллә ни мәғлүм булмаған мәғлүмәттәрҙе лә бәйән итәсәк. Волонтерҙар булараҡ ӨДНТУ, Иҡтисад һәм сервис институтының тарих һәм шәреҡте өйрәнеү, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр кафедралары уҡытыусылары һәм студенттары сығыш яһаясаҡ. Күргәҙмә бөгөн "Башҡортостан" концерт залында (Ленин урамы, 50) 15. 00 сәғәттә асыласаҡ.

Читайте нас: