Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе йәш әсә ете көнлөк сабыйын 300 мең һумға һатыуы тураһында иғлан бирә. Эҙәрмәндәр уны баланы алып-һатыу буйынса кафела һөйләшергә саҡыра. Һатып алыусы роленә ингән тәртип һаҡсыһы йәш әсәне был уйынан төңөлдөрөргә уйлай, төрлөсә кәңәш бирә. Бер нисек тә ыҡҡа килмәгәс, баланы ҡаты бәғерле кеше тәрбиәләйәсәк тип, бәләкәсенең артабанғы яҙмышы тураһында уйҙырма уйлап сығарып та ҡарай. Әммә был да уны ҡара уйынан төңөлдөрмәй. Баланы “һатып алып”, аҡса биргәндә иһә уны ҡулға алалар.
Һуңынан әсә кешенең апаһы менән яҙышҡан сәхифәһенә тап булалар. Унда балаһын һатҡандан һуң ниндәй итек аласағы тураһында һүҙ барғанын күреп, иҫтәре китә. Сабый балалар йортона оҙатылған, ә ҡатынды ун йылға иркенән мәхрүм иткәндәр.