Свердловск өлкәһенең Карпинск ҡалаһында йәшәүсе әсә өсөнсө балаһын кейем шкафында тота.
37 йәшлек Юлиә Зыкова тәү ҡарашҡа бүтән гүзәл заттан бер яғы менән дә айырылмай. 13 йәшлек улын, өс йәшлек ҡыҙын ире менән айырылғандан һуң яңғыҙы ҡарай, эшкә йөрөй.
Ҡот осҡос хәл 6 октябрь асыҡлана. Ул көндө әхирәттәре сәйгә инә. Бер мәл тегеләре бала илаған да, бесәй мыяулаған да тауышҡа оҡшаш өн ишетеп һағаялар. Хужабикә генә быға иҫе китмәй. Эсеүен дауам итә. Тамам иҫергән әсәне берәүһе балконға тартырға саҡыра, ҡалғандары күрше бүлмәләге шкафты асалар. Ә унда... аслыҡтан хәлһеҙләнеп, тире лә һөйәккә ҡалған ярты йәшлек баланы күреп телһеҙ ҡалалар.
Юлиә 29 апрель өйҙә яңғыҙы ғына бала таба. Был ваҡытта балаларын өләсәләренә ебәреп тора. Улын: “Дуҫымдың балаһы. Бер ни тиклем ваҡыт беҙҙә йәшәп торасаҡ”, - тип алдай. Өс йәшлек ҡыҙы балалар баҡсаһында бер нисә тапҡыр: “Полина исемле өйҙә тере ҡурсаҡ бар. Ул шкафта “йәшәй”, - тип әйтеп һала.
Әлеге көндә ярты йәшлек булһа ла, кәүҙә ауырлығы өс кг артмаған “ҡурсаҡ” Полина Екатеринбургҡа вертолет менән оҙатылып реанимацияла ята. Унда, аслыҡтан хәлһеҙләнеү менән бергә, башҡа ауырыуҙар барлығы ла асыҡланған.
Ярты йыл буйы саф һауа, күкрәк һөтө күрмәгән, аслыҡтан үҙе йән бирер тип, әсәһе тарафынан яҙмыш ҡосағына ташланған сабыйҙы 13 йәшлек ағаһы йәшереп ашатҡан һәм тәрбиәләгән. Ул уртансы һеңлеһе менән әле өләсәләренең ҡарамағына бирелгән. Ҡатынды иһә дауаханаға оҙатҡандар. Табиптар, уның аңына еңеллек килгән, тип иҫәпләйҙәр.