Томск өлкәһендә йәшәүсе күп балалы Фроловтар ғаиләһенә бәлә килә. Газ баллоны шартлап тотош ғаилә төрлө тән йәрәхәттәре ала. Иң бәләкәсенә саҡ бер йәш тулған була. Ә 11 йәшлек Николай уртансы ҡустыһын уттан араларға тырышып үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплай. Үҙенең тәне 75% бешә. Уға ун тапҡыр бысаҡ аҫтына ятырға тура килгән. “Табиптар уны тура мәғәнәһендә теге донъянан тартып алды”, - ти әсәһе.