Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 19:10

Барҙылар башҡортса уҡый башланы

Тәүге дәрескә нисә бала килгән?

Пермь крайында Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында башҡорт йәкшәмбе мәктәбе эш башланы
Республика көнө алдынан Пермь крайының Барҙы районындағы Ғ. Туҡай исемендәге Барҙы гимназияһында Ғәйнә башҡорттарының телен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбенең тәүге дәресе үтте.
Йәкшәмбе мәктәбенә 37 бала килгән ине. Улар өсөн тәүге дәресте Башҡортостандың Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының 1-се мәктәбе уҡытыусылары үткәрҙе. Уның темаһы “Башҡортостан Республикаһы менән танышыу” тип аталды. Шулай уҡ дәрес барышында балалар башҡорт алфавиты менән дә танышты.
“Пермь крайының Барҙы ауылындағы башҡорт йәкшәмбе мәктәбе” проекты Башҡортостан Башлығының дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Дәрестәр 2020/2021 уҡыу йылында аҙна һайын һәр шәмбелә ойоштороласаҡ.
Читайте нас: