Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының "Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклем балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар булдырыу” тигән төбәк проекты тормошҡа ашырыла.
Был проект өс йәшкә тиклемге бала ҡарау буйынса декрет отпускыһында булған йәш әсәләрҙе, шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәләгән, эшләмәгән ҡатын-ҡыҙҙы уҡытыуға һәм белемен камиллаштырыуға йүнәлтелгән.
Бөгөнгә 260 ҡатын-ҡыҙ уҡыуын тамамлаған, тағы 25 йәш әсә белем алыуын дауам итә. Шуларҙың егермеһенә йүнәлтмәне эш биреүсеһе биргән, башҡалары курсҡа халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренән килгән.
Әйткәндәй, программала ҡатнашыусыларҙың 62 проценты - мәктәпкәсә йәштәге балалары булған эшһеҙ әсәләр. Улар эйә булған һөнәрҙәр исемлегендә - психолог, ашнаҡсы, тегенсе, бухгалтер, администратор һәм башҡалар.
Алдағы биш йылда был программа буйынса 1300 ҡатын-ҡыҙ өҫтәмә белем аласаҡ. Йыл да ошо маҡсатта 74,1 миллион һум аҡса бүленәсәк. Бер кешегә уртаса 46,3 мең аҡса сарыф ителәсәк, уҡыу ваҡыты өс ай тәшкил итәсәк.