Пәйғәмбәребеҙ әйткән: “Өммәтем өсөн ҡурҡҡан нәмәнең берҙән-береһе – байлыҡтың ишәйеп китеүе. Байлыҡ артҡан һайын, күңелдәрҙә көнсөллөк тыуып, шул сәбәпле үлтерештәргә лә юл асыла башлауы бар”.
“Бер-берегеҙҙән көнләшмәгеҙ, бер-берегеҙгә һөжүм итеп кенә тормағыҙ, әсе телле булмағыҙ, ғәйбәт таратып йөрөмәгеҙ, Аллаһтың бер-берегеҙ менән ҡәрҙәшлек хаҡын һаҡлап йәшәй белгән бәндәләре булығыҙ”.
“Һеҙгә тиклем йәшәгән халыҡтар өсөн бәлә сығанағы булып киткән ауырыуҙарҙан һаҡланығыҙ. Ул ауырыу – көнсөллөк. Тәнендәге бер төккә генә ҡағыла алмаһа ла, бәндәнең ул динен юҡҡа сығара”.
“Күңелегеҙҙәге көнсөллөктө юҡҡа сығарығыҙ, - тигән Ғәли хәҙрәт. – Сөнки ул тәнгә – зәғифлек, йәнгә ҡырыҫлыҡ бирә торған ауырыу”.
Үҙенең атаһы имам Бәкер һүҙҙәрен килтереп, имам Садыҡ: “Йәнендә ҡомһоҙлоҡ, көнсөллөк, ҡурҡыу йәшеренеп ятҡан кеше хаҡ мөьминдәрҙән була алмай”, - тигән.