Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 15:20

Радий Хәбиров: «Барлыҡ ҙур мәҙәни сараларҙы 1 декабргә тиклем туҡтатырға кәрәк»

Концерттар өлөшләтә туҡтатылды.

«Барлыҡ сараларҙы ла тиерлек 1 декабргә тиклем туҡтатырға йәки, нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе үтәп, аҙ кеше ҡатнашлығында уҙғарырға кәрәк», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә.

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Наталья Лапшина һөйләүенсә, барлыҡ театр-концерт залдары яртылаш ҡына тула, тамашасылар шахмат тәртибендә ултыра, залға битлек менән генә индерелә.

Китапханаларға һәм музейҙарға бер үк ваҡытта 50-нән ашыу кеше индерелмәй, театрҙарҙың һәм концерт ойошмаларының гастролдәре өлөшләтә туҡтатылды. Көн һайын сирлеләргә мониторинг алып барыла.

Мәҙәниәт министрлығы залдарҙы тултырыуҙы 30 процентҡа тиклем кәметергә, түңәрәктәрҙең эшен туҡтатырға, урамда уҙғарылған сараларҙы ике тапҡырға кәметергә һәм онлайн эшләү формаларын файҙаланырға, мөһим сараларҙы ғына үткәрергә тигән тәҡдим менән сығыш яһаны.

Читайте нас: