Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 17:45

Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Сәйетов донъя ҡуйған

Билдәле булыуынса, ул оҙайлы ваҡыт сирләгән һәм операция кисергән.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илдар Сәйетов донъя ҡуйған. Билдәле булыуынса, ул оҙайлы ваҡыт сирләгән һәм операция кисергән.
Илдар Ширҡәт улы 1957 йылда Баҡалы районының Баҡалы ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Артабан уны республиканың төп театрына эшкә алғандар. Коллегалары уны тәрән драматизм менән һуғарылған ролдәр ижад иткән характерлы актер тип ҡылыҡһырлай. Ул 70-тән ашыу төрлө пландағы ролдәр ижад иткән. Илдар Ширҡәт улының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: