Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә туризмды үҫтереү буйынса төрлө эштәр башҡарыла. Быйылдан илдә ял итеүселәргә күпмелер күләме кире ҡайтарыласағы тураһында ла әйтелгәйне. Президент Владимир Путин сираттағы кәңәшмәһендә был һорауҙы 1 ноябргә тиклем яйға һалырға ҡушты. Тағы ла: “Ял итеүселәргә тейешле шарттар тыуҙырыу, хәүефһеҙлек тураһында милли проекты сиктәрендә лә ҡаралырға тейеш”, - тине.