Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 19:50

Тел һаҡлауға йүнәлтелгән грант алырға ашығығыҙ!

Ғаризалар 18 ноябргә тиклем grant.openrepublic.ru сайтының “Конкурстар” бүлегендә электрон төрҙә ҡабул ителә. Конкурста еңгән проекттарҙы финанслау өсөн 50 миллион һум бүленгән.

Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ағымдағы йылдың 30 октябрендә республика Башлығының Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына ғаризалар ҡабул ителә башланасағы хаҡында белдерҙе.
Был конкурста республикала коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, дәүләт һәм муниципаль бюджет учреждениелары ҡатнаша ала. Бынан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә грантҡа дәғүә итә алалар. Улар Башҡортостан Республикаһынан ситтә башҡорт телен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған проекттарын тәҡдим итергә тейеш.
Конкурста ҡатнашыусыларға ҡарата талаптар, грант алыу шарттары һәм тәртибе, тәҡдим ителгән проекттарҙың тематикаһы менән grant.openrepublic.ru сайтының “Документтар” бүлегендә танышырға мөмкин.
“Әлегә тиклем тел ғилемен һанлаштырыу, йәш быуын араһында тел мөхитен, туған телдәрҙе үҫтереү буйынса мәҙәни, фәнни технологиялар булдырыуға йүнәлтелгән проекттар өҫтөнлөк итте. Быйылдан иһә беҙ туған телде милли анимация студиялары аша өйрәтеүҙе, мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм уҡыусылар өсөн милли телдәрҙә компьютер уйындары, социаль селтәрҙәрҙә йәштәр һәм үҫмерҙәр өсөн этник контент булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған проекттарҙы күрергә теләйбеҙ. Шулай уҡ халыҡтың мәҙәниәтенә, туған телгә ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ туристик проекттар ҙа йәш быуынды йәлеп итер өсөн уңышлы алымдарҙың береһе булып торасаҡ”, - тине Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Люциә Юлыева.
Читайте нас: