Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 08:10

Ике процент менән микрозайм тәҡдим итәләр

Был хеҙмәт “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Белоретта йәшәгән эшҡыуар ике процент менән микрозайм алыуға өлгәшкән
Андрей Нужин биш йыл инде төҙөлөш өлкәһендә эшләй. БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, “Кесе эшҡыуарлыҡты миркрокредитлау компанияһы” уға 2,125 процент менән 3 млн һум аҡса биргән. Заявка биреү өсөн компанияның сайтынан электрон ғариза күсереп алып тултырырға һәм тейешле документтарҙың күсермәһен компанияның электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Был хеҙмәт “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
#Национальныепроекты
#Миллипроекттар
Читайте нас: