Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 13:00

Шүлгәнташ мәмерйәһе ябыла

Бының сәбәбе нимәлә?

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы етәкселеге үҙенең сайтында туристарҙы 17 октябрҙән 1 ноябргә тиклем экскурсияларҙы туҡтатыуҙары тураһында иҫкәртә. Ҡунаҡ өйҙәренә бер кем дә урынлаштырылмай, Шүлгәнташ мәмерйәһе лә ябыла. Был саралар пневмония һәм коронавирус менән сирләгәндәрҙең артыуына бәйле ҡабул ителде, тип белдерҙеләр ҡурсаулыҡта. Туризм – пандемиянан ныҡ зыян күргән тармаҡтарҙың береһе, уны тергеҙеү өсөн ике йыл самаһы кәрәк, тип иҫәпләй белгестәр.
Читайте нас в