Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, был төҙөлөш тармағына һәм халыҡҡа ярҙам сараларының береһе, ләкин ул 1 ноябрҙә үк ғәмәлдән сығырға тейеш.
Премьер-министр Михаил Мишустин был тәҡдимде хупланы. «Ошо программаны оҙайтыуҙы мөһим тип иҫәпләйбеҙ. Тиҙ генә тейешле бойороҡтарҙы әҙерләргә әҙербеҙ», — тип премьерҙың һүҙҙәрен.
«Ғөмүмән, хәҙер яңы йорттарға кредиттарҙың 90 проценттан ашыуы программаға тура килә. Ул ғаиләләргә бик кәрәк. Әйткәндәй, төҙөлөш тармағына булышлыҡ итеү өсөн был үҙ ролен уйнаны», — тип өҫтәне Мишустин.
Льготалы ипотека программаһы кризисҡа ҡаршы уңышлы сараларҙың береһе булды. Был осорҙа 630 миллиард һумға 220 меңдән ашыу кредит бирелде.
Апрель аҙағында Рәсәйҙә дәүләт ярҙамы менән ипотека программаһы эшләй башланы. 6,5 процент ставкаһы кредит түләгән осорҙа — 30 йылға тиклем ғәмәлдә.