Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2020, 11:10

31 декабрҙә ял итербеҙме?

Ни сәбәпле ял көндәре үҙгәртелә?

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин 2021 йылда ял көндәрен күсереү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Мәғлүм булыуынса, киләһе йылдың 2 һәм 3 ғинуары, шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килгәнгә күрә, ял көндәре ине. Һөҙөмтәлә был ялдарҙы йома, 5 ноябргә, һәм йома, 31 декабргә, күсерҙеләр. Яңы йыл байрамы ун көн, 1 ғинуарҙан 10-ына тиклем дауам итә.
Бынан тыш, 2021 йылда халыҡты йәнә алты байрам осоро көтә: 4 – 7 ноябрҙә дүрт көн, 21 – 23 февралдә, 6 – 8 мартта, 1 – 3 майҙа, 8 – 10 майҙа һәм 12 – 14 июндә өсәр көн.
Читайте нас: