Ишембай үҙәк дауаханаһына яңы компьютер томографияһы ҡорамалы урынлаштырылды. Был аппарат күп сирҙәргә дөрөҫ диагноз ҡуйрыға, шул иҫәптән үпкәнең нисә процентҡа зарарланыуын билдәләргә мөмкинлек бирәсәк. Яңы ҡорамал медицина хеҙмәткәрҙәре уҡыуҙар үткәс кенә эшләй башлаясаҡ. Коронавирус инфекцияһы менән көрәшеү программаһы сиктәрендә һатып алынған аппарат 50 миллион һум тора. Һаулыҡ һаҡлау минстрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республика район һәм ҡала дауаханаларына йәнә ун өсөн яңы ҡорамал һатып алыу планлаштырылған.